Һорауҙар Республика башлығы сайтында махсус бүлектә ҡабул ителә. Шулай уҡ МАКС һәм Телеграмда, Бәйләнештә, Класташтар селтәрендә чат-бот аша ҡалдырырға мөмкин. Дәүләт порталында ла туплана. Видеоһорауҙар ҡабул итеү бөгөн киске сәғәт 7-лә тамамлана. Хәбәрсебеҙ халыҡтан Башҡортостан башлығына бирергә уйлаған һорауҙары менән ҡыҙыҡһынды.
Тура элемтә барышын БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”,”UTV”, “Вся Уфа” һәм “Сәләм” телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә. "Юлдаш" радиоһында һәм социаль селтәрҙә трансляция була.




