Социаль-иҡтисади үҫеште фаразлаған документта ошондай һан килтерелгән. 2024 йылда республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 72 йәш булған. Быйыл күрһәткестең тағы яҡшырыуы күҙаллана. Ил президенты билдәләгән маҡсат буйынса 2030 йылда Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү көтөлә.




