Радий Хәбиров хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. - Һорауҙар күп килде. Булғандарына мөмкин тиклем яуап бирергә тырышасаҡмын. Һуңғы йылдарҙа ғәҙәттә 4-шәр сәғәт эшләнек, - тине ул. Республика Башлығы хөкүмәт ағзаларына һәм район-ҡала башлыҡтарына һорауҙар килгән осраҡта яуап бирергә әҙер булырға ҡушты. Телевизор алдында ултырмаҫҡа ла мөмкин, әммә һәр кем элемтәгә сығырға әҙер булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Тура линия бөгөн киске етелә башлана.




