Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәп ашханаһы еңеү яулаған. Өфөнөң 115-се гимназияһы ашханаһы иң яҡшылар рәтенә ингән. - Бер нисә йыл буйы алып барылған эштең һөҙөмтәһе. Шулай ҙа контролде кәметергә ярамай, шунда уҡ сифат кәмейәсәк, - тине Республика Башлығы.




