Реконструкцияға тулыһынса әҙер. Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде. Композицияның һуңғы элементы, ат фигураһының аҫҡы өлөшө уҙған аҙнала постаменттан алынды. Эш ваҡытында унда шешә һәм тарихи хат табылды. Әйткәндәй, хат авторҙарының береһе менән беҙ бәйләнешкә сыҡтыҡ. Милли геройыбыҙ үҙенең тимер атында тағы ҡасан Ағиҙел йылғаһы ярына күтәрелер? Уға тиклем монументаль ҡоролманы реставрациялау буйынса ниндәй эштәр башҡарыласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Башта Салауат статуяһы, һуңынан аттың өҫкө өлөшө һәм аҫҡы конструкцияһы һүтелде. Белгестәр уны төшөрөүгә бик оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнгән. Сөнки һәйкәлдең 18 ярым тонналыҡ өлөшө иң ныҡ зыян күргәне.
Бөтә һыу аҫта йыйылған, был каркасты һәм декоратив тышсаны емереүгә килтерә, ти белгестәр. Аҫҡы өлөшөн һүткәндә, тәбиғәт факторҙары процесҡа ҡамасауламаһын өсөн, ел йүнәлешен һәм көсөн алдан үлсәп тотонорға тура килгән. Һөҙөмтәлә һүтеп алыу уңышлы килеп сыҡҡан.
Өфө урамдары буйлап һәйкәлдең ҡалған өлөшө реставрация урынына оҙатылды. Маршрутты алдан билдәләргә тура килгән. Ҙур габариттары арҡаһында Салауат Юлаев проспектын түгел, икенсе юл һайларға тура килгән.
Һәйкәл реставрацияһы Рәсәй художество академияһы контроле аҫтында үтәсәк. Эшкә киң белгестәр: реставраторҙар, архитекторҙар, археологтар, дөйөм төҙөлөш эштәре буйынса эксперттар һәм бетон конструкцияларҙы тикшереүселәр йәлеп ителгән.
10 кешенән торған тәжрибәле федераль белгестәр төркөмөнә һәйкәлдең зыян күргән өлөшөн тутыҡмай торған ҡорос элементтары менән алмаштырырға һәм суйын конструкцияларҙы тергеҙергә, артабан коррозияға ҡаршы эшкәртергә кәрәк.
һәйкәлдең бөтә элементтары һороға буяласаҡ, тимәк, монумент 1967 йылдағы кеүек үҙенең тәүге ҡиәфәтенә ҡайта. Скульптура композицияһын ғына түгел, ә монумент торған бетон нигеҙ ҙә тәртипкә килтереләсәк. Әйткәндәй, һүтеү эштәре ваҡытында постаментта тарихи яҙыу менән шешә табылған. Ҡағыҙ киҫәгендә ҡәләм менән: Урынлаштырылған мәлдә бында Баймаҡ районынан өс кеше булды тип өс фамилия ла күрһәтелгән. Беҙ уларҙың береһен таптыҡ. Әхмәт Йәнбәковҡа хәҙер 85 йәш һәм ул Ырымбурҙа йәшәй.
Йәштәрҙә тарихҡа инеү теләге булғанмы, йә башҡасамы, әммә был ябай ғына яҙыу 58 йылдан һуң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә милли геройыбыҙ яңырып, урынына кире ике йылдан ҡайтырға тейеш. Уны 2027 йылдың 11 октябрендә, һәйкәлдең 60 йыллығына Һәм Республика көнөнә арнап асыу көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева



