Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Быйылғы көҙгө саҡырылышта уҡыу йортон тамамлаусы ете егет Рәсәй Ҡораллы көстәрен тулыландырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Урал Аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөн үткәреү күптән инде яҡшы традицияға әйләнгән. Унда һәр ваҡыт «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы вәкилдәре, уҡытыусылар, райондың хәрби комиссары ҡатнаша.
Уҡыу йорто студенттарына хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә һәм егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Буласаҡ һалдаттарға көс, дәрт өҫтәргә килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары ла бик урынлы булды.
Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә әҙер егеттәр-ил таянысы, яҡындарының ышаныслы терәге. Тантаналы шарттарҙа агросәнәғәт колледжының ете сығарылыш студентына Рәсәй ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүгә повесткалар тапшырылды. Был хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәр өсөн иң тулҡынландырғыс мәл булды.
Рүзилә Ғүмәрова



