Исемлектә Эске эштәр халыҡ комиссариатының Иглин районы бүлеге оперуполномоченныйы Тихон Пухов менән Иглин ауыл советы рәйесе Василий Желателев та бар. Улар һуғыш осоронда эш иткән Вайдер террористик бандаһына ҡаршы тиңһеҙ алышта һәләк булған. Яңыртылған һәйкәлде асыу сараһында полиция ветерандары һәм әлеге хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән кадеттар ҙа ҡатнашты. Ойоштороусылар фекеренсә, бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй.



