Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола. Әле уның төп майҙансығы-республика менән идара итеү үҙәгендә әүҙем әҙерлек бара, ҡорамалдар тикшерелә, ҡала-райондар менән бәйләнеш урынлаштырыла. Тура эфирҙа журналистар эшләйәсәк, ә халыҡ төбәк етәксеһенә үҙ һорауҙарын бирәсәк. Белгестәрҙең төп бурысы-тотороҡло бәйләнеште тәьмин итеү, шуға ла һуңғы бер нисә көндә тракттар һәм сигналдарҙы тикшереү бара. Быйыл тәүге тапҡыр колл-үҙәктән тура эфирға сығыу ҙа ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» бөгөн киске сәғәт 7-лә башлана. Ул барлыҡ республика каналдарында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.

Һуңғы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларын һәм муниципалитет башлыҡтарын бәйләнештә булырға саҡырҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ