Өфөлә классик музыка фестиваленә йомғаҡ яһалды

Үҙ таланты менән ысын мөғжизә тыуҙырған йәш музыканттар вокал һәм фортепиано номерҙары, шул иҫәптән Федор Шаляпин һәм Сергей Рахманинов репертуарынан әҫәрҙәр тәҡдим итте.

Конкурста Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең музыка мәктәптәре, шулай уҡ сәнғәт училищелары һәм колледждары уҡыусылары сығыш яһаны. Сара Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы тарафынан ойошторолдо. Фестивалдең беренсе этабы октябрҙә үткәйне, уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы башҡарыусылар финалға сыҡты. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, һәр йәш тамашасы иһә музыка музейына барыу өсөн сертификат алып ҡыуанды. «Үҙ талантыңа ышаныу» фестивале быйыл тәүге тапҡыр уҙҙы, әммә ойоштороусылар уны йыл һайын үткәрергә ниәтләй.

Волна
Акции БСТ