Өфөлә ҡышҡы йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте

Республика район-ҡалаларынан алты тиҫтәләп спортсы 25 һәм 50 метр арауыҡҡа ярышты. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Күптәр был спорт төрөнә яңыраҡ ҡына килгән. Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан йөҙөү буйынса федерация советына инеүселәр һаны ла йылдам арта. Быға республикала үткән даими спорт саралары булышлыҡ итә. Әйткәндәй, ике айҙан Өфө ҡышҡы йөҙөү буйынса Рәсәй кубогы этабын ҡабул итә. Иван Якутов паркындағы Һалдат күле ярыштарҙың традицион майҙансығы буласаҡ. Республика йөҙөүселәре үҙҙәрен илдең иң көслө спортсылары иҫәбендә булыуын иҫбатларға ниәтләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ