Был турала Радий Хәбиров тура линия барышында белдерҙе. Ул Республикала алдағы йылдарҙа фән үҫеше тураһында һорауға яуап бирҙе. Республика Башлығы әйтеүенсә, бөгөн донъя тиҙ үҙгәреп тора, оҙайлы ваҡытҡа фаразлап булмай. Әле Башҡортостан етәкселеге 2030 йылға тиклем үҫеш проекты өҫтөндә эшләй.




