Радий Хәбиров менән тура линия барышында Өфөлә Красин урамында йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙен һорау булды. Улар йәмәғәт дружинаһын булдырыу башланғысы менән сыҡты. Республика Башлығы билдәләүенсә, вандализм менән ҡануниәткә таянып көрәшергә кәрәк.
Республика йәмәғәтселеге Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә фекерен белдерә. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина:
Башҡортостан башлығына халыҡтан 8 мең ярымдан ашыу һорау ҡабул ителгән. Юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү - төп темалар. Тура бәйләнеш 4 сәғәт 23 минут дауам итте. Радий Хәбиров 60 һорауға яуап бирҙе. Республика етәксеһе бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.




