Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәрбиҙәр дауаланасаҡ, уларға эшкә урынлашыуҙа ярҙам була. Тура линия барышында "Башҡортостан" полкы яугирҙарынан кадрҙар программаһы буйынса һорауға Республика Башлығы шулай тип яуап бирҙе.
"Башҡортостан геройҙары" программаһы быйыл ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, махсус хәрби операция ветерандары дәүләт хеҙмәтенә йәлеп ителә.




