Башҡортостанда киләһе йылда юлдарҙы ремонтлау өсөн финанстың ҙур өлөшө Борай, Тәтешле, Дүртөйлө һәм Илеш райондарына йүнәлтелә. Бында М-12 федераль трассаһы төҙөлөшөндә урындағы юлдарға зыян килгән. Радий Хәбиров тура линия барышында белдереүенсә, 2026 йыл ҡатмарлы ғына буласаҡ. Бюджет дефициты ҙур.




