Республика Башлығы тура линия барышында ошо турала һорауға яуап бирҙе. - Уҙған быуаттың 70-се йылдарынан башлап һыу кимәле анализланды. Уҙған йылда хатта йәй көнө йылғаның ташыуы теркәлде. Йылғаның һайығыуы әлбиттә күҙәтелә. Ҡала үҫә, һыу күберәк ҡулланыла. Уның сифаты яҡшырҙы. Сәнәғәт предприятиелары йылғаны бысратмай. Киләсәк быуындар һыуһыҙ ҡалмай, - тине Радий Хәбиров.




