Башҡортостан Юнесконың бөтә донъя мираҫы исемлегенә яңы объекттар тәҡдим итергә ниәтләй

Был турала бөгөн Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә үткән Юнеско эштәре буйынса комитет ултырышында белдерелде. Күсмә ултырыш Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙҙы, сарала Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы департаменты етәксеһе Александр Алимов, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Шүлгәнташ мәмерйәһе, Торатау геопаркы, Көгөш киҫелеше. Был атамалар хәҙер Башҡортостан менән Рәсәйҙә генә түгел, ә тотош донъя кимәлендә билдәле. Быйыл уларҙың статусы халыҡ-ара кимәлдә, рәсми рәүештә раҫланды. Был йылдар дауамындағы тынығыһыҙ һәм берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан тәбиғи-мәҙәни ҡомартҡыларға бай. Уларҙы бары тик донъяуи кимәлдә танытыу шарт. Әле Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандарын, Мәләүез районындағы Воскресенка баҡыр иретеү заводын Юнесконың донъя мираҫына индереү буйынса документтар әҙерләнә. Белгестәр Турахан кәшәнәһе лә ошо юғары статусҡа лайыҡ тигән фекерҙә.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы департаменты етәксеһе Александра Алимой билдәләүенсә, әле ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа эшләргә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан эш уңышлы бара.Был бер яҡтан-төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни ҡеүәте, икесенән-республика етәкселегенең даими иғтибары һөҙөмтәһе.

Юнесконың донъя мираҫы исемлегенә инеү объекттарҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу һәм һаҡлау ммөкинлеге бирә. Икенсенән, юғары статус туристарҙы йәлеп итеү, яңы маршруттар асыу йәһәтенән дә тос өлөш индерә.

Башҡортостан башлығы республикала Воскресенка баҡыр иретеү заводы һәм Ишембайҙың верхотор тарихи ҡомартҡыларын берләштергән туристик кластер формалаштырылыуын да билдәләп үтте. Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә лә яңы локация әҙерләнә, Турахан мавзолейы менән бәләкәй кәшәнә араһында йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалына.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ