Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм журналистарҙың һорауҙарына етенсе тапҡыр яуап бирҙе. Тура линия барышында махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләренә, социаль объекттар төҙөлөшөнә һәм юлдар торошона ҡағылған һорауҙарға яуаптар алынды. Эфирҙа яңғырамаған мөрәжәғәттәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, уларҙың хәл ителеше төрлө министрлыҡ һәм ведомство, урындағы үҙиралыҡтар яуаплылығына алына. Төбәк етәксеһе менән тура бәйләнештә яңғыраған төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәне башлап, тура линияның халыҡтың хәл-кәйефен, теләктәрен асыҡлауҙа яҡшы ҡорал булыуын билдәләне. Мөрәжәғәттәр эфир ваҡытында ла ҡабул ителә. Иң мөһиме-һәр мәсьәлә иғтибарға, артабан эшкә алына.
Махсус хәрби операциянан башлап республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә-һорауҙар күп төрлө. Төбәк етәксеһе ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисадта тотороҡло үҫеш күҙәтелеүен билдәләне, социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн дә мөмкинлектәр етерлек.
Хәрби хәбәрсе Эмиль Тимашев Башҡортостандың пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәтергә әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Республика башлығы Радий Хәбиров дошман дрондарының даими рәүештә төбәккә инергә маташыуын билдәләне. Был йәһәттән төбәктә террорға ҡаршы комиссия булдырылған, стратегик мөһим объекттарҙы һаҡлау буйынса саралар күрелә.
Республика башлығы менән тура линияға «Башҡортостан» полкы, башҡорт батальондары яугирҙары ла сыҡты. Салауаттан Азамат Мулашевҡа Рәсәй геройы исемен юллауҙа ярҙам һоралды. Ҡаһарман яҡташыбыҙ яу яланында яралы дуҫын ҡотҡарғанда, аяҡһыҙ ҡалған. Радий Хәбиров документтар әҙерләнеп ебәрелеүе тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ хәрбиҙәр эфир барышында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының киләсәге менән дә ҡыҙыҡһынды.
Салауат районы Миәшәгәр ауылының элекке башлығы, бөгөн Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яугиры Рөстәм Сафин Радий Хәбировты тыуған яғына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Төбәк башлығы яҡташыбыҙ өйҙә булғанда инеп сығырға вәғәләне.
Башҡортостан символы-Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһына бәйле һорау ҙа булды. Радий Хәбиров был эштең ваҡытында башҡарылыуын билдәләп, яңыртылған монументты 2027 йылда республика көнөндә асыу планлаштырылған тине. Һәйкәл Өфөләге махсус цехҡа оҙатылған, белгестәр әле таҙартыу эштәрен алып бара, унан һуң коррозияһы алынасаҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Тура линияла ғәҙәттәгесә билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, блогерҙар ҡатнашты. Барыһы ла ошондай асыҡ диалогтың мөһимлеген билдәләй.
Борай районы Тепляки ауылында йәшәүселәр район үҙәге менән тоташтырған юлдың авария хәлендә булыуы тураһында видеомөрәжәғәтен еткерҙе, Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы министрлығына был участкаға бәйле хәлде контролгә алырға ҡушты. Тура линия барышында Туймазылағы реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителеү мәсьәләһен дә хәл итеү бурысы ҡуйылды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура линия етенсегә ойошторолдо. Йылдан-йыл халыҡтан мөрәжәғәттәрҙең артыуы, тәү сиратта, бындай форматтағы диалогтың һөҙөмтәле булыуын дәлилләй. Йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләр өҫкә ҡалҡа, әммә уларҙы хәл итеү юлдары системаға һалынған, был йүнәлештә эш төбәк башлығы контролендә алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина




