Өфөнөң Пугачев урамында ике һыҙат буйлап хәрәкәт асылды

Һүҙ «Лента» гипермаркетынан транспорт сиселешенә, йәғни Геофизиктарҙан Рыленко урамына тиклем участка тураһында бара. Быға тиклем водителдәр был арауыҡты 3 километрҙан ашыу урап үтергә мәжбүр ине. Хәҙер 2 минуттан да артыҡ ваҡыт талап ителмәй. Әйткәндәй, 24 ноябргә «Дуҫлыҡ монументы»нан «Лента» гипермаркетына тиклем дүрт һыҙатты ла асыу планлаштырыла. Объект тулыһынса 2026 йылда файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ