Башҡортостан ғалимдары авиадвигателдәр өсөн яңы технология буйынса ротор етештереүҙә ҡатнаша

Рәсәй фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты Мәскәүҙәге «Двигатель» фәнни тикшеренеүҙәр институты менән берлектә эш алып бара. Ғалимдарҙың уртаҡ хеҙмәт емеше-юғары температурала 400 тонналыҡ ауырлыҡ менән йәбештерелгән элемент. Иретеп-йәбештереү менән сағыштырғанда бындай ысул менән яһалған металл ныҡ була, йөйҙәр һәм болттар булмағанға яҡшыраҡ әйләнә. Тимәк, двигатель сифатлыраҡ килеп сыға, самолеттың алыҫҡараҡ осоуы, хәүефһеҙлеге өсөн был мөһим. Ҡаҙаныш ПД-35 самолетында һынала.

Был яңы быуын двигателе буласаҡ һәм ул Өфө моторҙар етештереү производство берекмәһендә эшләнәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Өфө вуздары ла ҡатнаша. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла, бындағы ғалимдар, хеҙмәткәрҙәр беҙгә ярҙам итә. Патент алдыҡ, фәнни тикшеренеүҙәр 4 йыл дауам итте.

Сергей Павлинич, «Двигатель» фәнни тикшеренеүҙәр институты директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ