Һанлаштырыу дәүерендә сифатлы тәржемә уңышлы аралашыуҙа һәм бизнесты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта рус теленән башҡортсаға тәржемәләү кеүек көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы булдырылды. Тел кәртәләрен еңеп сығыуҙа ышаныслы ярҙамсы булған системаның өҫтөнлөктәре һәм уңайлыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.
Рус теләнән башҡортсаға сифатлы тәржемәне апрель айынан бирле автомаштырылған мәғлүмәт системаһында эшләргә мөмкин. «БашТәржемә» платформаһына дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә ала. Төп маҡсат-алтаҡталарҙа, мисәттәрҙә, рәсми документтарҙа осраған хаталарҙы бөтөрөү. Документтар, веб-сайттар йәки реклама материалдары менән эшләгәндә тел менән бәйле төрлө нескәлектәргә етди иғтабар бүленә.БашТәржемә автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы-ул яуаплы хеҙмәт булыуҙан тыш, тәржемә ителгән текстарҙың маҡсатлы аудитория тарафынан аңлайышлы, дөрөҫ ҡабул ителәсәгенә ышаныс биреүсе лә.
Тәржемәселәр алдында көн һайын яңы бурыстар ҡуйыла. Улар ҡатмарлы техник терминдарҙан алып мәҙәниәт өлкәһендәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә тиклем тәрән белемгә эйә булырға тейеш.Бай лексикалы һәм уникаль грамматик кострукциялы башҡорт теле менән эшләгәндә айырым тырышлыҡ һәм теүәллек талап ителә.Оҫта һөнәрмәндәр командаһы текстарҙы тәржемәләүҙә, контексты төплө өйрәнеп, формулировкаларҙың аныҡлығынан тыш төп нөсхәнең үҙенсәлекле колоритын да һаҡлап ҡалырға ынтыла.
Аралашыу даирәһе ҙур булған көндәлек тормошта- эштә, уҡыуҙа, сәйәхәттәрҙә, яратҡан китапты йәки мәҡәләне аңлау өсөн тәржемәләргә ихтыяж ҙур. Әммә сифатлы тәржемә һүҙлек ҡулланыуға ғына ҡайтып ҡалмай.
Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Айнур Хәйбуллин һанлы трансформацияны техник яҡтан тормошҡа ашырған. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина башҡорт-рус телдәрендәге лингвистик нигеҙ һәм деталдәргә иғтибар итеп, тәржемәләрҙең теүәл һәм уңышлы булыуына ирешкән. БашТәржемә автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы кешеләргә тел кәртәләрен тиҙ, теүәл һәм төп нөсхәнең мәғәнәһен боҙмай еңеп сығырға ярҙам итә.
Гүзәл Борханова



