Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры 8-се ижад миҙгелен премьера менән асты

Был юлы коллектив драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Гөргөри кейәүҙәре этнографик музыкаль комедияһы бер ғаилә тормошон күҙ алдына баҫтыра. Гөргөри менән Кәтернә исемле төп геройҙар кесе ҡыҙҙарын керәшен татарҙары йолалары буйынса кейәүгә бирергә ҡарар итә. Яусылау, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр-бейеү буйынса һынауҙар менән үрелеп бара.

Рус йәштәр театры һигеҙ йыл эшмәкәрлеге осоронда республика тамашасыларының һөйөү яулаған коллективҡа әйләнде. Улар милли драматургияға заманса йүнәлеш бирә. 90-сы йылдарҙа ижади ителгән әҫәр беренсе тапҡыр рус телендә сәхнәләштерелде. Уны театрҙың художество етәксеһе Рауил Хәкимов тәржемә иткән.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ