Балтас районы Иҫке Солтанғол ауылынан “Феникс” ҡушаматлы яугир дошмандың диверсия-разведка төркөмөн асыҡлай. Уларҙың һөжүмен туҡтата. “Феникс” 2022 йылдың сентябрендә оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙ ҙа Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк.




