Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Ҡазан ҡалаһына гастролдәрен Татарстан халҡы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки, ҡайһы бер спектаклдәргә билеттар һанаулы ваҡыт эсендә һатылып бөтә. Шул иҫәптән Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакленә лә.
Уҙған быуаттың мөһим ваҡиғалары Фәүзиә һәм Сибәғәт Моратовтар ғаиләһе аша һүрәтләнә. Пенталогия ысын мәғәнәһендә хәҙерге осор әҙәбиәтенең яңылығы. Ҡазан тамашасыһы сәхнә әҫәрен көтөп алған.
Әгәр «Бөйрәкәй» спектакле Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи бинаһында сәхнәләштерелһә, киләһе мәҙәни осрашыуҙар яңы майҙансыҡта үтәсәк.
Ижади сәфәр Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы һәм Росконцерт тарафынан тормошҡа ашырылған «Ҙур гастролдәр» федераль проекты сиктәрендә үтә. Ошо уҡ көндәрҙә Өфөлә Ҡазан ҡалаһының Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театры гастролдәре башланды.
Азат Ғәлиуллин




