Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай. Төшөрөү процесы Өфө мәктәптәренең береһендә ике көн дауам итә. Ә монтажлау һәм махсус эффекттар өсөн 3 ай ваҡыт талап ителә.
Ябыҡ премьера көнөндә тамашасылар залы тулы булды, улар араһында йәш актерҙарҙың ата-әсәләре лә бар ине. «Яуыз китап» фильмынан тыш, студияның башҡа ҡыҫҡа метражлы таҫмалары ла күрһәтелде. Уларҙың береһе былтыр «Өс таған» кинофестивалендә призлы урын алды. Премьера фильмына килгәндә, ул шулай уҡ төрлө кинофестивалдәргә барасаҡ, ә һуңынан инде киң тамашасы хөкүменә тәҡдим ителәсәк.




