Өфөлә “Әр-Рәхим” мәсетендә фасад эштәрен киләһе йылда тамамлау ҡарала

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш белдерҙе.“Планға ярашлы, йылытыу һәм эске эштәрҙе киләһе йылда башлайбыҙ. Шулай уҡ ер мәсьәләләре лә бар. Минең вәкәләттәрем 2029 йылда тамамлана. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтөргә теләйем. Әммә был шулай уҡ финанс мәсьәләһе. Беҙҙең һалдаттарға дрондар ебәреү йәки төҙөлөшкә аҡса бүлеү араһында һорау торһа, минеңсә, яуап билдәле- ярҙам беҙҙең һалдаттарға китәсәк, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеләсәк”, — тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Өфөлә “Әр-Рәхим”  мәсетендә фасад эштәрен киләһе йылда тамамлау ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ