Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе урын алған. Был турала Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостандан 7 проект еңеп сыҡҡан. Республика йәштәре 4 миллион 151 мең һумлыҡ ярҙам ала. Беҙҙең республика бындай конкурстарҙа ҡатнашыусылар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. 2024 йылда беҙҙең йәштәр 80 миллион һумға яҡын федераль ярҙамға ирешкән.




