Башҡортостан кластерҙар үҫеше рейтингында илдә беренселекте алды

Башҡортостан кластерҙар үҫеше кимәле буйынса ил төбәктәренең тәүге Милли рейтингында беренсе урын яуланы. Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика башлығы Радий Хәбировҡа диплом һәм еңеүсе Кубогы тапшырылды. Конкурс төбәк иҡтисадының конкурентлығын арттырып, ярҙам сараларын камиллаштырыу һәм кластерҙар сәйәсәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бүләкләү һәм яңы производстволар асыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булды.

Республика сәнәғәте өсөн сираттағы еңеү. Кластерҙар үҫеше кимәле буйынса Милли рейтингта беренселек яуланды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Омск менән Рязань өлкәләре бүлеште. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрында бөгөн 104 кластер иҫәпләнә, уларҙың 25-е Башҡортостанға ҡарай.

Милли рейтинг исемлеге 21 күрһәткес буйынса баһалау һөҙөмтәләре нигеҙендә әҙерләнгән. Эксперттар, тәү сиратта, төбәктәрҙә бизнес, фән һәм дәүләттең берҙәм эшен, урында ҡулланылған ярҙам саралары кимәлен ҡараған. Рейтингтың тәүге тапҡыр иғлан ителеүе һәм Башҡортостандың беренселек алыуы-үҙе бер ҡаҙаныш. Был күрһәткес, тәү сиратта, биләмәнең үҫеш мөмкинлектәрен нығыта.

Яҡынса ярты миллиард һумлыҡ инвестициялар. Рәсәй сәнәғәт форумында ике яңы производство комплексы эшенә старт бирелде. Нефтекамала Рәсәйҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтары өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар етештерелә башлаһа, Өфөләге предприятие төтөн торбалары производствоһын яңыртҡан, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән пресс һатып алынған.

Предприятие 2015 йылдан алып эшләй, тулы циклдағы производство ойошторолған. Башҡортостанда етештерелгән төтөн торбалары Рәсәй баҙарының яртыһын яулаған. Импортты алмаштырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.

Рәсәй сәнәғәт форумына килгәндә, унда илдең ун биш төбәгенән, шулай уҡ Ҡытай һәм Беларуссиянан йөҙҙән ашыу компания үҙ эштәрен һәм технологияларын тәҡдим итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар менән бергә «Машиналар төҙөү» һәм «Металл эшкәртеү» буйынса махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙе ҡараны. Предприятиелар заман талаптарына яуап биргән яңы технологиялар, уңышлы проекттары менән таныштырҙы. Урында станоктар төҙөлөшө кластеры эскпозицияһы ла эшләне.

Күргәҙмәлә Өфөнөң инновация мөмкинлектәре лә күрһәтелә. Баш ҡала предприятиеларында етештерелгән продукция менән танышырға мөмкин. Сквер-парктар өсөн яңыртылған дизайн менән яҡтыртыу ҡорамалдары тәҡдим ителә. Шулай уҡ бында яһалма интеллект нигеҙендә эшләгән светофор ҙа бар. Гобо-проектор ярҙамында йәйәүлеләр үткәүелен күрһәткән ошондай ҡоролма быйыл йәй тәүгеләрҙән булып баш ҡаланың Совет урамында ҡуйылған.

Рәсәй сәнәғәт форумы-фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла. Федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашлығында ҡырҡтан ашыу эшлекле сара планлаштырылған. Йәштәр ҙә үҙ идеялары, башланғыстары менән сығыш яһай ала.

Республика колледждары студенттары «Старт биләмәһе»ндә ҡатнашһа, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре тиҫтәнән ашыу проектын тәҡдим итте.

Федераль ҡунаҡтар Рәсәй сәнәғәт форумының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, республиканың идара командаһына рәхмәтен белдерҙе. Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү мәсьәләләрендә алдынғы төбәк булыуы билдәләнде. Тармаҡ инфраструктураһын тағы ла нығытыу бурысы ҡуйылды.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ