Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты

Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты. Яҡтар яңы проекттарға ярҙам мәсьәләләрен тикшерҙе. Фонд директоры ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең әһәмиәтен билдәләне. Радий Хәбиров федераль ҡунаҡҡа һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтеп, артабан да берлектәге эшмәкәрлеккә әҙер булыуын белдерҙе.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ