Тура линия мөрәжәғәте һөҙөмтәһе — Михайловка мәктәбенә яңы спорт залы булыуы ихтимал

Физкультура дәрестәре-коридорҙарҙа үтә. Әбйәлил районы Михайловка ауылында бер нисә йыл спорт залы ябыҡ. Экспертизаға ярашлы иҫке бина авария хәлендә тип табылған. Урындағы халыҡ Башҡортостан башлығы менән Тура линия барышында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп спорт залды төҙөкләндереүҙе һораны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Михайловка ауылы мәктәбендә дүрт йыл спорт залы ябыҡ. Иҫке бинаның түшәм -стеналары, иҙәндәре дымланып серей башлаған. Оҙаҡ ваҡыт спорт залы бикле тора, сөнки бина авария хәлендә. Физкультура дәресенә малай-ҡыҙҙар коридорҙа маттар йәйеп спорт менән шөғөлләнә. Ишек төбөндә балалар өҫтәл теннисы уйнай.

Һауа шарттары рөхсәт иткәндә малай-ҡыҙҙар ихатала асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнә. Улар волейбол, баскетбол, футбол уйнарға яратты. Күптән түгел мәктәпкә грант бүленгән, был аҡсаға өлкән класстар өсөн тренажер залы йыһазландырылған.

Уҡытыусылар һәм Михайловка ауылы спорт залды төҙөкләндереү һорауы менән Башҡортостан башлығы менән тура линия барышында мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү өсөн иҫке банала ремонт үткәрергә йәки яңы модулле комплекс төҙөргә тәҡдим итте.

Урындағы халыҡ Башҡортостан башлығы менән Тура линиянан һуң яңыртылған спорт залына өмөт итә. Яңы бина балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да көндәлек тормошон еңеләйтә, сөнки спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн күрше ауыл мәктәптеренә йөрөргә кәрәкмәйәсәк.

Ф.Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ