Өфөлә оҙатыусы эттәр мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә яңы мөмкинлектәр аса

Тормошта ла тоғро дуҫ менән. Өфөлә күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе оҙатыусы эттәр ярҙамында тулы тормош алып барыуға йүнәлтелгән инклюзив йәмғиәт проекты эшләй башланы. Президент Гранттары фонды буйынса ойошторолған сарала 30 эттең хужаһы табылған. Ошо маҡсатта Мәскәүҙән махсус белгес тә саҡыртыла. Кинолог оҙатыусы эттәрҙе бер нисә ай дауамында төрлө күнекмәләр өйрәтеүҙә ҡатнашҡан. Мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ярҙамға килгән хайуандарҙың сәләмәт булыуы шарт. Шуға ла улар ветеринар күҙәтеүендә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ