Радий Хәбиров менән әңгәмә барышында Луганск Халыҡ Республикаһы менән тура бәйләнеш ойошторолдо. “Башҡортостан” полкы, Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальон һалдаттары элемтәгә сыҡты. Республика етәксеһенең кәңәшсеһе Алик Камалетдинов батыр яугир Азамат Муллашевҡа дәүләт наградаһы юллау тураһында һорау бирҙе.
“Республика “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы менән ғорурлана. Ул данлы юл үтә. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡеүәтле берләшмәһе булып тора”, - тине Радий Хәбиров. “Азамат муллашевҡа дәүләт наградаһы биреү буйынса документтар тапшырылды”, - тине ул.
“Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында яугирҙар һәм уларҙың яҡындарына бәйле һорауҙарға ҙур урын бирелде. Республика ил һаҡсыларын һәм уларҙың яҡындарын хәстәрләй, фронтҡа ярҙам итә. Бөгөн был төп бурыс”, - тине “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.




