Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирә. Күтәрелгән темалар хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, инвестиция, юлдар, йәмәғәт транспорты, инновацион иҡтисад үҫеше өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. - Инвестицияны 800 миллиард һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Киләһе йылда М-12 федераль трассаһын һалғанда зыян килгән юлдарҙың бер өлөшөн ремонтлайбыҙ. Федераль программа буйынса автобустар алыу планлаштырыла. Инновацион иҡтисад үҫешендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара студнеттар кампусы ҙур роль уйнаясаҡ. Был ҡуйылған бурыстарҙың бер өлөшө генә, - тине премьер-министр.

Фото №1 - Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ