“Радий Хәбиров халыҡ өсөн асыҡ. Ул кешеләр менән ихлас аралаша. Шуға ла республика етәксеһенә ҙур өмөттәр бағлап, етди һорауҙар бирелде”, - ти Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. “Юл торошо һәр кемде борсой. Был темаға ҙур иғтибар бирелеүе тәбиғи күренеш”, - ти ул.
“Бөгөн власть менән диалог ҡороу мөһим. Тура бәйләнеш барышында республика һулышы беленә”, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.




