"Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" конкурсы йыл һайын уҙғарылып килә. Быйыл унда беҙҙең республиканан 79 ойошма призлы урынға лайыҡ булды. Улар 100-ҙән ашыу тауар һәм хеҙмәт тәҡдим итә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, Башҡортостан предприятиелары юғары баһа алды, тауарҙарының заман талаптарына яуап биреүен, конкуренция мөмкинлеген иҫбатланы.




