Ул Республика Мәғариф министрлығы янында булдырылды. Документҡа ведомство етәксеһе Илдар Мәүлетбирҙин ҡул ҡуйҙы. Комиссия ағзалары һөнәри этика нормаларын боҙоу осраҡтары буйынса ғаризаларҙы тикшерә. Ултырыштар өс айға кәмендә бер тапҡыр уҙғарылырға тейеш. Комиссия составына министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, профсоюз ойошмаһы ағзалары, хеҙмәт инспекторҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән.




