Өфөлә Һаҙый Арыҫланов исемендәге журналистар конкурсы лауреаттары билдәләнде

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Ижади конкурсты Башҡортостан Журналистар союзы Һаҙый Мөхәмәҙи улының балалары тәҡдиме менән ойошторҙо. Әлеге ваҡытта улар Мәскәүҙә йәшәһә лә, Башҡортостан менән бәйләнештәрен өҙмәй һәм ваҡытында «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире булған аталарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Журналистың ҡыҙы Әлфирә Арыҫланова ижади конкурстың приз фондын тәьмин итә. Сарала еңеүселәрҙе Арыҫлановтар ғаиләһе исеменән һеңлеһе Гәүһәр Һаҙый ҡыҙы ҡотланы.

Конкурсҡа 40-тан ашыу ижади эш тәҡдим ителгән булған. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, ижади бәйгелә күрше Силәбе өлкәһе һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре журналистары ла бар. Улар араһынан Һаҙый Арыҫланов премияһы лауреаты исеменә 15 журналист лайыҡ булды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һаҙый Арыҫлановтың ижады һәм тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған материалдар юғары баһаланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ