Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды

Бөгөн Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды. Сара тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә уҙғарыла, Был төбәктәрҙә креатив индустриялар үҫешенә иғтибарҙың артыуы һәм Башҡортостандың ижади башланғыстар өсөн перспективалы үҙәк булараҡ танылыуы хаҡында һөйләй. Ике көн дауам иткән форумда 174 кеше ҡатнаша. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Республикала тәүге креатив индустриялар мәктәбе Стәрлетамаҡта 2022 йылдың 1 сентябрендә асылды. Ул Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы базаһында эшләй. Анимация һәм 3 Д графика, фото һәм видеоетештереү, заманса электрон музыкаһы йүнәлешендә студиялар эшләй. Өҫтәмә белем 12 йәштән 17 йәшкәсә уҡыусыларға иҫәпләнгән. Тауыш студияһы һәм дизайны студияһында тауыш менән эшләргә өйрәтелә. Буласаҡ тауыш операторҙарын уҡытыу өсөн бөтә шарттар бар. Һәр уҡыусыға микрофон, наушник, медиаклавиатура, һуңғы быуын компьютерҙары.

2023 йылдың көҙөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө сәнғәт училищеһы базаһында ошондай уҡыу йортоноң эшенә старт бирһә, былтыр Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә республикала өсөнсө креатив индустрия мәктәбе үҙ ишектәрен асты.

Әйтергә кәрәк, креатив индустриялар мәктәптәре федераль конкурста еңеү һөҙөмтәһендә алынған һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға булдырыла. Төбәктә был йүнәлешкә иғтибар бүлеү осраҡлы түгел. Йәш быуынды ижадтан килем алырға өйрәтеү, уның өсөн төплө өҫтәмә белем биреү заман талабы. Өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе форумының Өфөлә үтеүе лә күпте һөйләй.

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының геном үҙәгендә асылған съезд рәсәйҙең 52 төбәгенән креатив индустрия мәктәптәре етәкселәре һәм уҡытыусылары, алдынғы федераль эксперттар һәм спикерҙарҙы берләштерә.

Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторолған был күләмле сара иң мөһим-ғәмәли проект эшмәкәрлегенә арнала. Съезда федераль спикерҙар лекциялар уҡый, креатив мәктәптәр вәкилдәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереүгә төбәк башлығы тарафынан ҙур иғтибар бүленгән. Өлкәнең лидерҙары бар, саралар циклы ҡаралған. Хатта һеҙҙә 8 август Креатив индустриялар көнө билдәнә башлаған.

Игорь Намаконов, креатив индустриялар федерацияһы етәксеһе

Креатив индустрия -иҡтисадтың интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатыуға нигеҙләнгән айырым секторы. Был тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүҙә технологиялар һәм инновациялар үҫеше мөһим роль уйнай. Мәҫәлән- аҫалы балаҫ һуғыу ул халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө. Ә был кәсепте донъяуи кимәлдә танытыу-креатив индустрия. 11 ноябрҙә уҙған тура линияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, мәҫәлән Миәкә оҫталарына был тәңгәлдә ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Башҡортостанда «Креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында» закон ғәмәлдә, ул Рәсәй Федерацияһында ошондай тәүге төбәк законы булып тора.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ижади индустриялар өлкәһендә конкурс иғлан итте. Заманса креатив иҡтисадты формалаштырыусы иң яҡшы идеялар һәм проекттар авторҙары премия менән бүләкләнәсәк. Архитектура, дизайн, мода, журналистика, әҙәби һәм нәшриәт эшмәкәрлеге, реклама, гастрономия, халыҡ кәсептәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса премияла ҡатнашыуға ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ