Киров районының 90 йыллығына арналған тантанала хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләнеләр

Өфөнөң тарихы Киров районы ойошторолоуҙан башлана. Тәүге административ ойошмалар, юғары уҡыу йорттары, медицина учреждениелары һәм башҡа объекттар уҙған быуатта тап тарихи үҙәк булған биләмәлә төҙөлә. Баш ҡаланың Киров районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Нәүфил Үлмәҫҡолов 25 йылға яҡын Өфөнөң Киров районы төҙөкләндереү идаралығында баш инженер булып эшләй. Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә урынлашҡан урындарҙы таҙа тотоу өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләү, транспорт һәм техниканы тикшереү Нәүфил Вәкил улы яуаплылығында. Киров районы ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан тантаналы ултырышта замандашыбыҙ һәм тиҫтәләгән хеҙмәткәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Бүләкләнеүсе хеҙмәткәрҙәр араһында күп йылдар Киров районында йөк машинаһын йөрөтөүсе Азат Искәндәров та бар. Иртә таңдан кискә тиклем ҡала үҙәктәрен таҙартыу, биләмәне тәртиптә тотоу өсөн күп көс һалған эшсегә Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем тапшырылды.

Миллиондан ашыу кешене берләштергән Өфө мегаполисы тарихы Киров районынан башлана. Бында тәүге ҡала хакимиәте һәм административ ойошмалар, медицина учреждениелары ойошторола.

Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороусо ирекмәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Киров районында йәшәүселәр гуманитар ярҙам йыйыусы иң әүҙем биләмәләрҙең береһе.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ