Шаран ауылының «Балалар ижады һәм спорт үҙәге»ндә муниципаль экостанция асылды

Уның маҡсаты-уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм рухи-әхләҡи үҫешен тәьмин итеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең тәбиғи фәндәр буйынса грамоталылығын арттырыу өсөн практик йүнәлешле белем биреү мөхите тыуҙырыу. Экостанция 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар, ата-әсәләр, студенттар, шулай уҡ предприятиелар, ғилми ойошмалар һәм бизнес компанияларҙан остаз белгестәр менән эш итергә ниәтләй.

Экостанцияны асыу уңайынан үҙәктә йәш экологтарҙың күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда уҡыусыларҙың республика, ил һәм донъя кимәлендә билдәләнгән ғилми-тикшеренеү эштәре һәм проекттары ҡуйылғайны. Сараға килеүселәр шулай уҡ райондың йәш экологтары тураһында мәғлүмәт менән танышты. Сәхнәлә райондың балалар ижади коллективтары сығыш яһаны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ