Башҡортостан студенттары өсөн Мәскәүгә ылау юлға сыға

Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай һәм илдең баш ҡалаһына уҡырға киткән йәштәрҙең барыһы ла унда төпләнә алмай. Ҡайтырға теләк белдергән студенттар менән әле үк эш башлау мөһим. Улар беҙҙең ресурс, тине Радий Хәбиров «Тура линия» ваҡытында. Республика етәксеһе үҙе лә сит төбәктәрҙә уҡыусы йәштәр менән осрашыуҙар үткәрә. Ноябрҙә Радий Хәбиров Мәскәүҙә белем алыусы студенттар менән осраша. Ошо уңайҙан Башҡортостандан ылау ҙа алып барыласаҡ. Әле ул республика райондарында туплана.

Атай-әсәйҙәр әйтерһең дә үҙҙәре Мәскәүгә йыйынғандай ҡыуана. Балалар теләгән ваҡытта бәйләнештә, ебәргән аҡсалар күҙ асып йомғансы электрон янсыҡҡа күсә, студенттар ас ятмай. Ләкин күстәнәс оҙатыу бөтөнләй башҡа йыуаныс, ти улар. Ылау менән бит күңел, тыуған йорт йылыһы бара.

Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Йөк машиналары маршруты Сибайҙан башланды һәм күп кенә райондарҙы үтәсәк. Мәскәүгә ул 19 ноябргә студенттарҙың Башҡортостан башлығы менән осрашыуына барып етергә тейеш.

Туҡһанынсы һәм ике меңенсе йылдарҙа Өфө студенттары өсөн йорттан ылау ташыу йыш күренеш ине. Әммә ил баш ҡалаһы менән бындай бәйләнеш булдырылғаны юҡ. Башҡортостандан һөйөү менән акцияһын ойоштороу Мәсәкәү студенттарының Радий Хәбиров менән осрашыуында тәҡдим ителде. Башланғысты республика етәксеһе хупланы һәм тәүге ылау тиҙҙән юлға сыға. Төбәк еткәсеһе сит төбәктәрҙә уҡыусы студенттар менән бәйләнеш булдырыу үтә лә мөһим эш булыуын билдәләй.

Ылау туплаусы йөк машиналары бөгөн баш ҡалаға килеп етте. Артабан улар Кушнаренко, Дүртөйлө, Нефтекамала туҡтала. Күстәнәстәр оҙатып өлгөрә алмаған ата-әсәләргә борсолаһы түгел. Сираттағы ылау февралдәге каникулдан һуң ойошторласаҡ һәм даими акцияға әйләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ