Район һәм төбәк ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге стратегик сессия күҙлегенән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Урындағы етәкселәрҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен һәм йәмәғәт алдынғыларын башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тулыландырыу маҡсаты берләштерҙе.
Ҡырмыҫҡалы ауылында 7 район вәкиле ҡатнашлығында үткән стратегик сессия һуңғыһы-7-се зональ этап. Башҡортостандың һәр ҡала һәм район вәкилдәре ҡатнашҡан ҙур сара күтәргән мәсьәләләр һәр тарафта ла уртаҡ. Был юлы ла көн ҡаҙағына 6 көнүҙәк тема сығарылды-«Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән эшләү», «Эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге», «Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү», «Һаулыҡ һаҡлау, демография һәм спорт өлкәһендә ҡоролтай башланғыстары», «Мәктәп проекттары» һәм «Милли матбуғатты үҫтереү юлдары».
Көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү тәжрибәһе, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ресурстары һәм аныҡ ысулдар... Бөгөнгө осрашыуға 5 милли матбуғат баҫмаһы баш мөхәррирҙәренең эксперт ролендә ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.
Майҙанда Архангел, Ауырғазы, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман һәм Өфө районы командалары эшләне.
Ҡоролтай 3.0 Стратегик сессияһында проекттар яҡланды. Унда ҡабул ителгән идеялар Стратегик проекттар тупланмаһын тулыландырҙы.
Ә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Квиз уйынында Нуриман районы үҙҙәрен иң көслө команда итеп танытты.
Наил Юнысов



