Программа 2024 йылдан тормошҡа ашырыла һәм унда 100-ҙән ашыу өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан. Алда уларҙы бер ай ярым эсендә аҙнаһына ике тапҡыр табиптар, психологтар, интернет хәүефһеҙлеге һәм финанс грамоталылығы буйынса эксперттар менән осрашыуҙар көтә. Хәйриә проект «Бәхет биләмәһе» фонды тарафынан тормошҡа ашырыла һәм оло йәштәгеләргә һәр яҡлап ярҙам итеүгә, социализациялауға йүнәлтелгән.



