Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы

Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә. Сергей Руденконың башҡорттар тураһындағы ғилми хеҙмәте менән бергә, Дала Евразияһының тарихы һәм мәҙәниәтенә арналған ике түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Халыҡ-ара ғилми конференцияла төрлө секция ултырыштары эшләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ