Бында ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ваҡытлыса йәшәргә урынлаша ала. Бының өсөн ике ҡатлы йорттарҙа бөтә шарттар булдырылған. Душ, бөҙрәхана, кер йыуыу бүләмәләре һәм ашхана бар. Бынан тыш, үҙәктә йәшәмәгән кешегә лә мохтажлыҡ кисергән осраҡта йылы аш тәҡдим ителә. Бер үк ваҡытта учреждениела 60 кеше йәшәй ала. Уларҙың тәүгеләре уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.
Үҙәк бағыусылар аҡсаһына төҙөлгән. Бында ҡунаҡтарға төрлө ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ ял бүлмәһен асыу планлаштырыла, унда ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин. Учреждениены асыу-«Изге Өфө» проектының бер өлөшө, уның сиктәрендә быға тиклем дә социаль әһәмиәтле идеялар тормошҡа ашырылды.



