Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә «Файҙалы йома» акцияһы үтте

Сарала баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларына төрлө ведомство вәкилдәре, рестораторҙар дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Белгестәр яһалма ҡатнашмалар һәм уның организмға йоғонтоһо тураһында һөйләне. Ашнаҡсылар тәбиғи ризыҡты бешереү рецепттарын күрһәтте. Уҡыусылар магазинда һатылған аҙыҡ-түлек ҡаптарындағы куар кодты «Честный знак» ҡушымтаһы аша тикшерергә өйрәнде. Ҡыҙҙар байрам өҫтәлен сервировкалау буйынса оҫталығын нығытты.

Сараға Өфө мәктәптәренән тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары, кәңәшселәр һәм туҡланыу өсөн яуаплылар саҡырылды. Төп маҡсат-балалар һәм үҫмерҙәргә үҫеш үҙенсәлектәренә, белем биреү статусына ҡарамаҫтан, тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ