Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте

Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе ватан мәҙәниәте» федераль проекты ярҙамында сәхнәләштерелде.

Александр Вампилов пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спекталкь тәү ҡарашҡа ябай, шул уҡ ваҡытта ни тиклем тамашасыға яҡын булыуын күрһәтә. Спектаклдәге ваҡиғалар 90-сы йылдарҙа бара. Сәхнә әҫәре ике егеттең һуңғы электричкаға һуңлап төпкөл ҡала ситендә ҡалыуы, уларҙың йылы урын эҙләп йорттар буйлап ишек шаҡыуҙары һүрәтләнә. Фатирҙарҙың береһенә ваҡытлыса инеү көтөлмәгән боролош ала, сөнки уларҙың береһе бында үҙенең яңы йортон таба.

Спектакль аншлаг менән үтте. Был кистә театр фойеһы ла байрамса төҫ алғайны. Ҡунаҡтар өсөн йыр-моң яңғыраны, ҡулдан эшләнгән уникаль әйберҙәр йәрминкәһе ойошторолдо. Ә баҫма һүҙҙе ҡәҙерләгәндәр ҡаланың «Ашҡаҙар» гәзитенә яҙыла алды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ