Шишмә эргәһендә бәләкәй сиркәү. Архангел районы Мағаш ауылында часовня асылды. Дөйөм көс менән төҙөлгән объектты изгеләндереү сараһы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Архангел районында йәшәүселәр өсөн көтөп алынған сара. Яңы асылған часовня изгеләндерелә. Епископ Спиридон билдәләүенсә, шишмә эргәһендә бәләкәй сиркәү төҙөлөшө башланғысы Бөйөк пост ваҡытында барлыҡҡа килгән һәм тиҙ арала тормошҡа ашырылған.
Часовня төҙөү башланғысын район хакимиәте менән урындағы халыҡ дәррәү күтәреп алды. Эш ярты йыл эсендә башҡарылды. Берәүҙәр аҡса менән, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам итте. Ошондай уҡ купель дә төҙөлдө.
Епископ Спиридон, Бөрө һәм Белорет епископы
Ыҡсым ғына булһа ла, бик күркәм эшләнгән. Купельгә килеп, барлыҡ йолалар буйынса һыу төшәбеҙ. Йылына өс тапҡыр ғибәҙәт ҡылыу ҙа буласаҡ тинеләр.
Варвара Ступина, Мағаш ауылында йәшәүсе
Быға тиклем халыҡ шишмә һыуы менән ҡойонһа, хәҙер изге ниәтте купельгә лә төшөп башҡарырға мөмкин. Дин әһелдәре билдәләүенсә, айырыуса Керәшен байрамдарында ошондай урындарға ихтыяж юғары.
Часовняға халыҡ күпләп йөрөйәсәк. Һәр кем изге һыуҙы алып ҡайта ала, файҙаға булһын. Барыһына ла сәләмәтлек теләйбеҙ.
Протоиерей Евгений Коробков, Архангел Михаил сиркәүе өлкән священнигы
Бәләкәй сиркәү асылыуын көтөп алдыҡ, халыҡты берләштереүсе урын буласаҡ. Иң мөһиме-һыу сығанағы-шишмә биләмәһе лә һәр ваҡыт ҡараулы, тәртиптә буласаҡ.
Надежда Сытина, Архангел ауылында йәшәүсе
Епископ Спиридон ҡатнашлығындағы сара Ҡыҙыл Еҙем ауылындағы сиркәүҙә лә ойошторолдо. Изге йорт та изгеләндерелеп, ғибәҙәт ҡылынды. Биләмәләге сиркәү 1961 йылда яндырылған булған, алты йыл элек яҡташтар көсө менән яңыһы сафҡа индерелә.
Сиркәү эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй, күберәк балаларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Дини дәрестәрҙә беҙ үҫеп килгән быуынға әхлаҡлылыҡ, таҙалыҡ төшөнсәләре, тормош маҡсаттары, юғары идеалдар тураһында һөйләйбеҙ. Барыһы ла илебеҙ, халҡыбыҙ файҙаһына эшләнә.
Иеромонах Ермоген, Ҡыҙыл Еҙем ауылы сиркәүе өлкән священнигы
Дини объекттарҙы изгеләндереү сараһында йәше лә, өлкәне лә ҡатнашты. Берҙәм көс менән башҡарылған эш һөҙөмтәһе-күҙ алдында. Яңы объекттар халыҡты берләштереүсе, рух күтәреүсе көскә эйә.