Башҡортостан айтишниктары Өфөгә «Торатау» конгресс холына йыйылды

Бында мәғүмәт технологиялары үҫеше һәм проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Бөтә Рәсәй айти конференцияһы сиктәрендә ойошторлған. Һөйләшеүҙә Республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары вәкилдәре, айти белгестәр ҡатнаша. Һүҙ яңы проекттар, дәүләт ярҙамы, хәүефһеҙлек саралары тураһында бара. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Башҡортса һөйләшкән «Һомай» колонкаһы, ютубтағы йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү, яһалма интеллект ярҙамында йырҙар яҙҙырыу, нейроселтәрҙе башҡортсаға өйрәтеү. Айти белгес Айгиз Ҡунафин виртуаль донъяның серҙәрен биш бармағылай белә. Ул заманса технологияларҙы үҙләштереүҙе башҡорт телен, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы һаҡлауға, өйрәтеүгә бәйләп алып бара. Айгиз әлеге ваҡытта Рәсәй кимәлендәге проект менән дә шөғөлләнә, ул юғалып барған телдәрҙе һаҡлау, һанлы форматҡа күсереү буйынса. Дәүләт яғынан грант ярҙамы күрәһәтелеүе, яһалма зиһен эште тиҙләтә, еңеләйтә, ти ул.

Форумда ҡатнашыусылар үҙ асыштары тураһында һөйләне, проблемалары менән уртаҡлашты. Белгестәр әйтеүенсә, был өлкәлә эшләү өсөн туҡтауһыҙ белем алыу, тәжрибә уртаҡлашыу, камиллашыу талап ителә. Сөнки заман технологиялары өлкәһендә яңылыҡтар сәғәт түгел, хатта минут һайын үҙгәреп тора.

Башҡортостанда әлеге ваҡытта 4 меңдән ашыу айти компания теркәлгән, уларға һалым ташламалары яһала, проекттарға грант ярҙамы күрһәтелә, белгестәргә ташламалы ипотека бирелә. Республика вуздары йыл һайын айти белгестәр өсөн 2 меңдән ашыу бюджет урыны бүлә. Сөнки илдең киләсәге ошо тармаҡтың үҫешенә туранан-тура бәйле. Компьютер даһиҙары өйҙән ултырып, пульт ярҙамында ғына донъяны үҙгәртеүгә һәләтле.

Әлеге ваҡытта һуғыш алғы һыҙыҡта ғына түгел, мәғлүмәт майҙанында ла бара. Дәүләт системаһында ла, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙа ла яңы, ҡеүәтле технологиялар, заманса алымдар талап ителә. Айти форум ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде, ул идеялар, проекттар майҙансығы булып тора.

Р.Кәримова

Волна
Акции БСТ