2023 йылда уйлап сығарылған мобиль ҡушымта аша янғын һүндереүселәрҙе, полиция, ашығыс медицина ярҙамын, газ һәм «антитеррор» хеҙмәтттәрен саҡыртырға була. Ул айырыуса телмәре боҙололған һәм ишетеү һәләтен юғалтҡан граждандар өсөн уңайлы. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.
112 системаһына шылтыратҡан һәр кем тап уларҙың тауышын ишетә. Урал Имашев оҙаҡ йылдар диспетчер булып эшләй. Йылына 50 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итәм, иң популяр мөрәжәғәттәрҙең береһе-ул ашығыс медицина хеҙмәтен саҡыртыу, ти ул. Әммә ысынлап та ярҙамға мохтаж кешеләр араһында, шаяртыусылар ҙа, яңылыш килеп эләгеүселәр ҙә юҡ түгел.
«112-ашығыс ярҙам» мобиль ҡушымтаһы 2023 йылдан алып ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә уны 6 мең ярым кеше үҙ телефонына күсереп алған. Көндән көн ҡулланыусылар һаны яҡынса 100 кешегә арта. Ҡушымта аша оператив мәғлүмәт алырға, һауа торошон белергә, туристик төркөмдө теркәргә, ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡан осраҡта тиҙ арала ашығыс хеҙмәт саҡыртырға була. Айырыуса, сервис һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы.
Өс йыл эсендә мобиль ҡушымта аша 300-ҙән ашыу кешегә ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Уларҙың күбеһе-медицина хеҙмәтен саҡыртыуға, күп фатирлы йорт алдарын ҡарҙан таҙартыуға һәм боҙлауыҡлы юлдарҙы эшкәртеүгә бәйле.
«112-ашығыс хеҙмәт» айос һәм андроид операцион системалары нигеҙендә эшләй. Белгестәр мобиль ҡушымтаны тағы ла камиллаштырыу өҫтөндә. Яҡын арала унда диспетчер менән видео чат аша ла һөләшергә мөмкин буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



