Баймаҡта МХО биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә

Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә. Тулыра беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

Махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы яугирҙар һораған әйберҙәр араһында маскировка селтәрҙәре төп урынды алып тора.«Һаҡлаусы фәрештә» үҙәгенең «Көмөш» ирекмәндәрейөҙөнсө маскировка селтәрен үрҙе.Уларҙың төп маҡсаты -ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү.

Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамы, 1 А адресы буйынса урынлашҡан психологик ярҙам үҙәгендә лә, маскировка селтәрен үреү өсөн яңы майҙансыҡбулдырылды. «Беҙ бергә» ойошмаһының ирекмәндәре буш ваҡытта килеп хәрбиҙәргә өсөн үҙ өлөшөн индерә.

Маскировкалау селтәрҙәре яугирҙарҙың һорауы буйынса үрелә. Шуға күрә лә битараф булмағандар бергәләшеп мөһим һәм изге эшкә ҡушыла. Сөнки бөгөн теләгән һәр кем еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ